Ҡобауҙар йыйыны үтте

Башҡортостанда иғлан ителгән Тарих йылы сиктәрендә республиканың ҡала һәм райондарында ырыуҙар йыйыны дауам итә. Бөгөн  был сара Иглин районында ойошторолдо. Бында Ҡобау ырыуы вәкилдәре йыйылды.

Билдәле булыуынса, был ырыу вәкилдәре ике биләмәгә бүленеп донъя көтә. Бер өлөшө ошонда – Иглин районында булһа, икенсеһе – Туймазы һәм Бүздәк райондарында. Асыҡ сығанаҡтарҙағы материалдарға ҡараһаң, Ҡобау башҡорттары хәҙерге ваҡытта Иглин районының Иҫке Ҡобау һәм Яңы Ҡобау, Сыбаҡай, Сабитов, Таутөмән, Тәкәй ауылдарында, шулай уҡ улар нигеҙ һалған, аҙаҡ район үҙәге Иглингә әйләнгән Мәләкәс ауылында йәшәй. Көнбайыш ҡобауҙар Кәпәй-Ҡобау, Батырша-Ҡобау, Ҡаҙаҡлар-Ҡобау, шулай уҡ Бүздәк районының Теләкәй-Ҡобау, Таллыҡул ауылдарында йәшәй. Туймазы районында улар Яңы Арыҫланбәк, Иҫке Арыҫланбәк һәм Һайран ауылдарында көн итә.

Йыйынға мартәбәле ҡунаҡтар килде. Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, билдәле тарихсылар, ғалимдар, ҡоролтай ағзалары бар.

Йыйын башланыр алдынан саҡырылған ҡунаҡтар РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың бюстына сәскә һалды. Аҙаҡ урындағы район мәҙәниәт һарайында ойошторолған күргәҙмәне ҡарап сыҡты. Йыйын театрлаштырылған сығыштар менән башланды.

Делегаттарҙы һәм ҡунаҡтарҙы Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова сәләмләне.

– Беҙ һеҙҙе ҡобауҙарҙың төп йәшәү урыны – ҡунаҡсыл Иглин районы ерендә сәләмләүебеҙгә бик шатбыҙ. Республикала үткәрелгән ырыу йыйындары бик мөһим һәм кәрәкле сара. Бөгөн бында һөйләшеп, ҡабул ителәсәк ҡарарҙар республикабыҙҙың һәм халҡыбыҙҙың тормошона йоғонто яһар тип ышанам, – тине ул.

Артабан ҡунаҡтарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сәләмләне.

– Беҙ инде ун икенсе тапҡыр ошондай ырыуҙар йыйыны үткәрәбеҙ. Ҡобауҙарҙың бер өлөшө менән беҙ Туймазы районында үткәрелгән йыйында ла осрашҡайныҡ. Тарихсылар, ғалимдарыбыҙ бик әүҙем, тамырҙарыбыҙҙы өйрәнә, бөтә республиканы урап сыҡтылар. Халыҡтан да әүҙемлек кәрәк, – тине ул һәм сараның мөһимлеген билдәләне.

Эльвира Ринат ҡыҙы үҙенең сығышында башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһенә лә туҡталды. Был йәһәттән республика парламенты кимәлендә башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. Оҙаҡламай Татарстан һәм башҡа милли республикалар менән берлектә милли мәктәптәргә ҡағылған закон барлыҡҡа килергә тейеш.

– Эйе, юғары кимәлдә барыһы ла тырыша, тик үҙебеҙҙең яуаплылыҡ мөһим. Балаларыбыҙҙы беҙ башҡорт телендә уҡытмаһаҡ, быны кем эшләргә тейеш? Ошо турала ныҡлап уйланайыҡ, – тине ул.

Артабан тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Нурислам Ҡалмантаев сығыш яһаны. Улар ҡобау ырыуы, ғөмүмән, башҡорт  ырыуҙары тарихына туҡталды, бындай йыйындарҙың әһәмиәтенә баҫым яһаны.

Шулай уҡ йыйында ырыу вәкилдәре лә сығыш яһап, үҙ төбәктәрендә башҡарылған эштәр тураһында һөйләне, тәҡдимдәрен еткерҙе. Ырыу советы рәйесе һәм ағзалары һайланды.

Сара һуңында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ырыуҙың әүҙем кешеләрен бүләкләне, үҙ сиратында Иглин районы хакимиәте лә сараны ойоштороусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Сираттағы йыйын 21 майҙа Саҡмағош районында үтәсәк. Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова йыйындың штандартын ошо район вәкилдәренә тапшырҙы. Бында Дыуан ырыуы башҡорттары осрашаҡ.

Ҡобау ырыуы башҡорттары йыйыны тураһында тулыраҡ материал гәзиттең киләһе һандарында донъя күрәсәк.

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

 

Автор: Альфия Мингалиева