Бөгөн Өфөлә ” Ҡатын -ҡыҙ бәхете биләмәһе” тип аталған йыйын башланды

Ул ике көн бара, тәүге тапҡыр бөтә Рәсәй кимәлендә үтә. Программала лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, табип консультациялары ҡаралған. Республика парламенты рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, форумда ҡатын-ҡыҙҙарҙы борсоған, уларҙың ҡыҙыҡһындырған һорауҙар ҡарала.