Белорет районында «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, рәсми дата республика башлығы Радий Хәбиров бойороғона ярашлы былтыр булдырыла. Эпик әҫәрҙе башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы һәм рухи терәге итеп таныу нигеҙендә ҡабул ителгән. Ошо маҡсатта Белорет районында ҙур мәҙәни сара үтте. Башҡорт мәҙәниәтенең йөҙөн билдәләгән артистар, ижади коллективтар сығыш яһаны. Донъяуи кимәлдә халыҡ һөйөүен яулаған AY YOLA төркөмө тамашасыларға ҙур концерт программаһын тәҡдим итте.













