ХАЛЫҠ ҺУЛЫШЫН ТОЙҒАН ШӘХЕС
Дилара Бадретдинова Районыбыҙға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Эльвира Айытҡолованың килеүе оло ваҡиғаға булды. Эльвира Ринат ҡыҙы йәмәғәтселек бурыстарын йөкләгән, үҙ һүҙендә торған, башлаған эшен аҙағына еткергән, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән әүҙем, заман ҡатын-ҡыҙы. Беҙҙең яҡтарға килеүенең дә төп сәбәбе — урындағы ҡоролтай ағзалары …