ХАЛЫҠ ҺУЛЫШЫН ТОЙҒАН ШӘХЕС

Дилара Бадретдинова

 

Районыбыҙға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Эльвира Айытҡолованың килеүе оло ваҡиғаға булды.

 

Эльвира Ринат ҡыҙы йәмәғәтселек бурыстарын йөкләгән, үҙ һүҙендә торған, башлаған эшен аҙағына еткергән, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән әүҙем, заман ҡатын-ҡыҙы. Беҙҙең яҡтарға килеүенең дә төп сәбәбе — урындағы ҡоролтай ағзалары менән осрашып, халыҡтың йәшәйеше, борсоған мәсьәләләре менән танышыу, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеү.

Район хакимиәте йортондағы ултырышта ул ҡыҫҡаса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының әлеге мәлдәге эшмәкәрлеге, Башҡорт тарихы йылында башҡарыласаҡ проекттарҙың планы  тураһында һөйләп үтте. Шулай уҡ милли матбуғатты ҡурсалап ҡалыу, буйҙаҡлыҡ, эшһеҙлек, айыҡлыҡ һәм сәләмәт әүҙем тормош алып барыу кеүек көнүҙәк һорауҙар ҡаралды.

Йәмәғәтселек хәрәкәтен юғары баһалап, Эльвира Айытҡолова  туған телде һәм тарихты һаҡлауҙа һәр кемдең шәхси яуаплылығы хаҡында иҫкә төшөрҙө.

— Рәсәй Президенты В.Путин да билдәләп китте — мәҙәниәтте, телде һаҡлауға дәүләт яғынан ҙур иғтибар бирелә. Беҙҙең республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан да телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһе көнүҙәккә ҡуйылды. Шулай ҙа, телде һаҡлау — тарихсылар, хөкүмәт вәкилдәренең генә бурысы түгел, ошо залда ултырыусыларҙың һәр береһе яуаплы. Әле мәктәптәрҙә туған телдәрҙе һайлау процесы бара. Бына ошо эштән ситтә ҡалмайыҡ. Ғаризалар яҙайыҡ, балалар туған телде өйрәнһен!

Гранттарға лайыҡ булыр өсөн аныҡ проекттар булырға, аныҡ эштәр хаҡында фекер йөрөтөлөргә тейеш. “Әйҙәгеҙ, дуҫтар, телде һаҡлайыҡ!” – бына был лозунг. Шәп фекер! Әммә уны тормошҡа ашырыу өсөн аныҡ эштәр кәрәк. Беҙҙең халыҡ бик рухлы, улар араһында шундай янып торғандар, милләтем тип йөрөгәндәр бихисап.

Беҙ, тел өсөн яныу­сылар, милләт өсөн фекер әйтеүселәр, үҙ-ара аралашабыҙ, ә ана шул фекерҙе башҡаларға ла еткерергә кәрәк. Был эшебеҙҙең маҡсатлы аудиторияға тәғәйенләнгән булыуы шарт. Улар — телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлаған әүҙем замандаштар, әйҙәүселәр, ғалимдар, ҙур шәхестәр.

Бәлки, кемгәлер мәғлүмәт барып етмәйҙер, икенселәрҙең ваҡыты юҡ, әммә беҙ, бер майҙанға туплап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аша халыҡҡа милләттең тарихы, үткәне, шәжәрәләр хаҡында төрлө форматта мәғлүмәт еткерәбеҙ. Мәғрифәтселек эше менән бергә йүнәлеш биреү, ҡайҙалыр өйрәтеп ебәреү кеүек ғәмәлдәр атҡарыла.

Туған тел буйынса эш иң тәүҙә ата-әсәләрҙән башлана. Телгә, илгә мөнәсәбәт ғаиләлә тәрбиәләнә. Мәғариф тураһында закон ҡабул ителгәндә, беҙгә башҡорт телен өйрәнергә кәрәкме-юҡмы, ғариза яҙыу мотлаҡмы-юҡмы, тигән кеүек бик күп һорауҙар ҙа килеп тыуғайны. Бөгөн был Закондың икенсе яғын күрәбеҙ: ата-әсәнән ғариза бар икән, бала ҡайһы төбәктә йәшәүенә ҡарамаҫтан, ул туған телен өйрәнергә хоҡуҡлы. Төркөм йыйыла икән, урындағы хакимиәт уларға шарттар тыуҙырырға тейеш. Ошо мәғлүмәтте күрше өлкәләргә еткерәбеҙ. Уларҙа был Законға әллә ни иғтибар ҙа бүленмәгән, урындағы мәғариф органдары ла, ата-әсәләр ҙә белеп бөтмәй. Беҙ уларға ошо турала һөйләйбеҙ. Ата-әсәләрҙе сараларға йәлеп итәбеҙ, улар менән тығыҙ аралашабыҙ, техник шарттар үҫешкән заманда онлайн-кәңәшмәләр үткәрәбеҙ.

Беҙгә ата-әсәләр һанын арттырырға кәрәк. Август айында төрлө төбәктәрҙән үҙебеҙҙә йәшәгән башҡорт милләтле ата-әсәләрҙе йыйып, форум үткәрәбеҙ. Закондар, милли мәғарифта ниндәй яңылыҡтар бар, ошо хаҡта һөйләшәбеҙ. Был эште Мәғариф министрлығындағы коллегаларыбыҙ менән бергә алып барабыҙ.

“Айыҡ ауыл” пректы тураһында айырым һөйләшергә кәрәктер, моғайын. Бөгөн ул халыҡ араһында иң көтөп алынған конкурстарҙың береһенә әйләнде… “Айыҡ ауыл” конкурсы ауылдарҙағы мөхитте, ауылға ҡарашты үҙгәртте.

Беҙ йәшәү рәүешен формалаштырабыҙ, матур, төҙөк ауылдар, позитив әүҙемлек яҡлы, — тип белдерҙе Эльвира Айытҡолова.

Ошо уҡ көндө ул район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин һәм башҡалар оҙатыуында Ҡыҙыл Еҙем ауылына юлланды һәм  “Русские узоры” фольклор төркөмө ағзалары менән осрашты. Йәнле һөйләшеү мәлендә районда рус фольклорының үҫеше, артабанғы яҙмышы тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Әйткәндәй, барыһына ла билдәле төркөмдөң быйыл юбилейы — 70 йәш! Еҙемдәр әҙерләгән “Рус халыҡ йырҙары ҡурсаулығы” тип аталған күргәҙмә баш ҡала ҡунағының күңеленә хуш килде.

Эльвира Айытҡолова ла үҙ сиратында беҙҙе яҡшы хәбәр менән ҡыуандырҙы. “Кесе ватаным мәҙәниәте” проекты нигеҙендә район мәҙәниәт йортона яңы “Газель Next” автобусы биреләсәк икән.

Төштән һуң,  славян яҙыуы һәм мәҙәниәте  көнөнә арналған театрлаштырылған мәҙәни сараға тамаша ҡылынды. Эш сәфәрен йомғаҡлап, Эльвира Ринат ҡыҙы районыбыҙҙың матурлығын, халыҡтың киң күңеллелеген билдәләне. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урында башҡорт милли темаһының һүлпән булыуы,  үҫешмәүе тураһында әйтте һәм киләсәктә ошо өлкәлә эшләргә, йәмәғәтселектең иғтибарын ошо темаға  йүнәлтергә кәңәш итте.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.